logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

Ҡаҙ өмәһе ауыл тормошонда күркәм ваҡиғаға әйләнде

23 ноября 2023

Кабакуш та ҙур ойошҡанлыҡ менән үткән Ҡаҙ өмәһе ауыл тормошонда күркәм ваҡиғаға әйләнде. Бирелә ғүмер итеүсе йәш, бар яҡҡа ла өлгөр ғаилә Айгөл һәм Ильфак Субхангуловтар гөрләтеп өмә үткәрҙе. Улар барлығы 35 ҡаҙ үҫтергән. Егәрле ғаилә күпләп мал-тыуар аҫрай, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерә.
“Ҡаҙ өмәһе”нә яҡындарын һәм ауыл мәҙәниәт усағында эшләп килгән “Зәнгәр күл” фольклор коллективын да саҡырып, халҡыбыҙҙың матур йолаларын еренә еткереп үтәне.
“Йола буйынса, эш барышы матур итеп аралашыу, күңел асыу менән үрелеп барҙы. Йолҡонған ҡаҙҙарҙы “Зәңгәр күл” коллективы апайҙары көйәнтәләргә элеп, йырлай-йырлай Күндрәк йылгаһына сайҡарға төштө. Кабакуш ауылы халҡы шулай бер-береһенә ярҙам күрһәтеп, үҙ-ара татыу йәшәй, уңғанлығы, тырышлығы, йүнселлеге менән һоҡландыра.