logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

Республика кимәлендә “Бауырһаҡ Фест ” конкурс- фестивале үтте.

2 ноября 2023

27 октябрҙә Стәрлебаш район мәҙәниәт йортонда Республика кимәлендә “Бауырһаҡ Фест ” конкурс- фестивале үтте. Башҡортостандың 8 районынан һәм үҙебеҙҙең райондан барлығы 19 фольклор төркөмө сығыш яһаны. Мәҙәниәт йорто фойеһында төрлө һый – хөрмәттән матур күргәҙмә ойошторолдо. Әлбиттә һәр өҫтәл түрендә байрам йәме булып Бауырһаҡ торҙо.
Башҡорт халҡының милли ризығы Бауырһаҡты иң тәмле итеп бешереүсе тип, тамыры менән Ибраҡай ауылы ҡыҙы Маһинур Хөббөтдинова танылды. Ибраҡай ауылы исеменән “Хазина” ғаилә ансамбле булып сығыш яһаныҡ, йырлап, бейеп, Маһинур Хөббөтдинова ижад иткән шиғырҙар һәм ул бешергән бауырһаҡтар менән Гран-при яуланыҡ.