logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

Незабываемые впечатления Сабантуя – 2023

20 июня 2023

17 июня в с. Стерлибашево прошел Сабантуй. Сабантуй – любимый с детства праздник плуга, труда, культуры и спорта, в котором сливаются воедино обычаи народов, песни, танцы, обряды. СДК д. Нижний Аллагуват совместно с АСП принял активное участие на национальном празднике. Глава сельского поселения Кулсарина А. Г. ознакомила гостей юрты с наглядными материалами выставки, отвечала на многочисленные вопросы. Угощали национальными напитками и блюдами.
Выражаем огромную благодарность всем участникам.

#Айыҡауыл2023
#Трезвоесило2023
#АллагуватСДК
#Стерлибашевскийрайон
#Всемирныйкурултайбашкир
#СтәрлебашрайоныбашҡорттарыҠоролтайы


Гөрләп торһон һабантуйҙар
Беҙҙең башҡорт ерендә.
Илдәребеҙ имен булһын,
Йырҙар тыуһын күңелдә!

Быуаттар төпкөлөнән килгән халыҡ байрамы Һабантуй – күптәр өсөн көтөп алынған ваҡиға. Ул ысын халыҡ байрамы. Ниндәй йәштә, ниндәй һөнәр эйәһе булыуға ҡарамаҫтан, район халҡын һәм ҡунаҡтарҙы берләштергән, изгелек, яҡшы кәйеф, дуҫтар, класташтар һәм туғандар менән осрашыуҙар бүләк иткән байрам ул.

Стәрлебаш районы үҙәгендә ойошторолған һабантуйҙа беҙҙең ауыл биләмәһе лә ситтә ҡалманы. Аллағыуат ауылы мәҙәниәт йорто һәүәҫкәрҙәре дәртле йыр- бейеүҙәре менән сәхнә түрендә сығыш яһаһа, ҡалған ҡатнашыусылар тирмә араһында уҙғарылған ярышта ҡайнаны.
Беҙҙең тирмә биләмәһе көн – күреш кәрәк-яраҡтары, боронғо эш ҡоралдары, кәсепселек әйберҙәре, ҡул эштәре менән биҙәлде. Тирмә эсендәге табында милли ризыҡтарҙан һығылып торҙо. Барыһы ла ҡунаҡтарҙы йырлап-бейеп, бауырһаҡ, сәк-сәк, милли эсемлектәр менән ҡаршы алды.
Ошо сарала ҡатнашыусы, үҙ көстәрен, үҙ тырышлығын һалған Аллағыуат ауылы мәктәбе коллективына, балалар баҡсаһы коллективына, ФАП фельдшеры – Ләлә апайға, библиотекарь Светлана апайға, тирмәне биҙәргә ярҙам итеүсе, тәмле ризыҡтар әҙерләүсе, ауылыбыҙҙың һәр ҡатын – ҡыҙына оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Һәм һеҙҙең менән бергә яулаған һөҙөмтәбеҙ менән уртаҡлашабыҙ🙏🏻👍🏻
Берҙәм- булайыҡ!
Бергә – булайыҡ ауылдаштар !