logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

Ҡайттым тыуған яҡҡа

27 мая 2024

27 май- китапханасылар көнө.
Беҙ уҡыған китапты беренсе быуатта уйлап табалар. Ул “кодекс” тип атала. Унан күнгә яҙылған китаптар “пергамент” тип атала. Артабан Ҡытайҙа ҡағыҙ уйлап табылғас, уларҙы ҡағыҙҙан яһау башлана һәм хәҙер ҙә шулай атала.
Китап- кешелек тыуҙырған иң ҙур рухи хазиналарҙың береһе
Бөгөн китарханасы булып эшләгән ауылдаштарыбыҙ Яҡупова Зөлфирә, Насирова Флүрә, Насирова Ильзидәне осрашыуға саҡырҙыҡ.
Зөлфирә Раян ҡыҙы үҙе эшләгән ваҡыт китапханаһы тураһында һөйләне, ул йөкмәткеле альбомы менән таныштырҙы. Ибраҡай халҡы элек- электән китап уҡырға яратты, ҡулдан- ҡулға йөрөтөп бик күп әҫәрҙәр уҡылған.
Флүрә Хайбулла ҡыҙы китапхананың бөгөнгөһө тураһында һөйләне.
Байрам менән ҡотлап бүләктәр бирелде, эштәрендә уңыштар теләнде.
Искәндәр Алсынов башҡарыуында “Ҡайттым тыуған яҡҡа” йыры бүләк булып яңғыраны.
Аҙаҡ әңгәмә сәй өҫтәле артында дауам итте.