logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

Балалар һабантуйы

6 июня 2024

Балалар һабантуйы шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы булды. Спорт майҙансығы бәләкәстәрҙең шат тауыштарынан, дәртле бейеүҙәрҙән, йырҙарҙан һәм уйындарҙан гөрләп торҙо. Йәмле йәйҙең тәүге көнө балаларға көтөп алынған йәйге ялдарҙы – каникулдарҙы ла алып килде. Балалар күңелдәре булғансы уйындарҙа ҡатнашты, тәмлекәстәр менән һыйланды. Эшҡыуар Ғазинур Багаутдинов кескәй дуҫтарын бушлай туңдырма менән ҡыуандырҙы.
Балаларҙың шат тауышы тынмаһын,күк йөҙө аяҙ булһын!Һәр көнөбөҙ бәхеткә тулы булһын! Бәхет, сәләмәтлек, именлек теләбеҙ!