Байрам менән, балалар
3 июня 2024
Байрам менән, балалар!Йәйҙең беренсе көнөндә илебеҙҙә һәм бөтә донъяла үҙенсәлекле байрамдарҙың береһе – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө билдәләнә.
Шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы бала саҡтан да гүзәл мәл юҡ. Бала саҡты бәхетле итеү -һәр ғаиләнең, йәмғиәттең һәм дәүләттең бурысы. Балаларҙы һөйөүгә һәм хәстәргә сорнағыҙ, күңел йылығыҙҙы һәм иғтибарығыҙҙы йәлләмәгеҙ, яуызлыҡтан, насарлыҡтан һаҡлағыҙ. Шул ваҡытта беҙҙең балалар һау-сәләмәт, шат, уңышлы булыр, беҙҙең яҡты өмөттәрҙе аҡлар!
Менә шундай нийәттәр менән беҙҙә Аллағыуат ауылы мәҙәниәт йорто алдында бик күркәм байрам ойошторҙоҡ балалар өсөн. Балаларҙы ҡотлау өсөн Тайыштабан айыу һәм Шешkoлаk kуян килделәр. Бергәләшеп төрлө уйындар уйнаныҡ, ярыштыҡ. Һәм шулай уҡ ғәилә йылына ҡарата шиғырҙар һөйләнде, матур ғына итеп һәр кем үҙ ғаиләһе хаҡында һөйләп тә китте. Бик күңелле аралаштыҡ балалалар менән, һуңынан тәмлекәстәр менән тәмле һыуҙар эсереп һәм дискотека ойошторҙоҡ. Балаларға бөгөн күрһәтелгән хәстәр, иғтибар һәм һөйөү киләсәктә ата-әсәләргә, туғандарға, яҡындарға, тирә-яҡтағыларға һәм Ватаныбыҙға һөйөү булып әйләнеп ҡайтһын.
Ҡәҙерле һәм һөйөклө балалар! Һеҙҙе ҡайнар йөрәктән Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ. Һәр көнөгөҙ бәхетле булһын, был көндө һәр йорт балалар йылмайыуына һәм шатлығына күмелһен! Барығыҙға ла бәхет, сәләмәтлек һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ.