logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

Тышта ямғыр булыу сәбәпле,залда уйнаныҡ

2 мая 2024

Уйын – балалар өсөн донъяны танып белеү сараһы, хеҙмәт мәктәбе, һәр яҡлап үҫеү сығанағы. Әйләнә-тирәне, ололарҙы, кеселәрҙе, үҫемлектәрҙе һаҡлау, ихтирам итеү кеүек сифаттар ошо уйындар аша тәрбиәләнә лә инде. Ысынлап та, бала уйнаған саҡта хәрәкәт итә, ә был хәл инде уның бөтә яҡлап йылдам үҫеүен тәьмин итә. Яңғыҙ уйнап йөрөгән сабый бик тиҙ күңелһеҙләнә. Ә инде күмәкләп уйнаған осраҡта бала үҙенең коллективҡа мөнәсәбәтен билдәләй, уртаҡ уй менән эш итергә өйрәнә, уның күңелендә иптәшлек, дуҫлыҡ, нәфислек тойғолары үҫешә. Ошо маҡсатта балалар менән төрлө хәрәкәтле уйындар уйнаныҡ.