logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

“Йөрәктән — йөрәккә”

1 декабря 2023

Ер йөҙөндәге иң матур, иң бөйөк, иң гүзәл заттар булған әсәйҙәргә арналған “Йөрәктән — йөрәккә” тип аталған байрам концерты булып үтте.
Ошо концертта ҡатнашҡан бар әртистәргә ҙур рәхмәтлебеҙ! Концерт барыһының да күңеленә хуш килде.

“Йөрәктән йөрәккә” исемле әсәйҙәр көнөнә арналған концерт программаһы менән күршеләребеҙ Күндрәк ауылында ла сығыш яһап ҡайттыҡ.Ике сәғәтлек концертыбыҙҙа һәр номерыбыҙ әсәйҙәргә дан йырланы,уларҙы ҙурланы,хөрмәтләне.Концертты Күндрәк ауылы халҡы бик оҡшатты,тағы ла саҡырып ҡалдылар.