logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

Онотолмаҫ тәме

5 октября 2023

“Балан’ һүҙен ишеткәс, һеҙҙең дә күҙ алдына балан ләүәше киләме?
Ысынлап та яңы экзотик еләк – емештәрҙән бешерелгән ләүәштәр күпме генә тырышмаһын, һәр кемдең баласаҡ хәтирәләре менән бәйле булған балан ләүәшен ҡыҫырыҡлай алмай әле! Сөнки, баланда беҙҙең бала саҡтан килгән онотолмаҫ тәм бар!
Ошо онотолмаҫ тәме, файҙаһы менән дан тотҡан баланды данлап беҙ йылда балан йыйырға сығабыҙ. Бына быйыл да шул эшебеҙҙе атҡарып ҡуйҙыҡ. Быйыл, балан беҙҙе мул уңышы менән ҡыуандыра алмаһа ла,ҡышҡы һалҡын кистәрҙә тәмләп балан ләүәше ашарлыҡ балан йыйҙыҡ.Киләһе йылда, тыныс күк аҫтында, тағы ла мул уңышы менән ҡыуандырыр әле беҙҙе Балан!