logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнөнә арналған сара үтте

3 октября 2023

Оло йәштәгеләр көнө.
Бөгөн, 30 сентбярь көнө, ауыл мәҙәниәт йортонда Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнөнә арналған сара үтте. Шуныһы ҡыуаныслы – был байрам яҡшы традицияға, изге йолаға әүерелде. Сираттағы байрам ветерандарыбыҙ өсөн күңел байрамына әйләнде.
Ҡотлау һүҙе менән Күндрәк ауыл советы башлығы Зимфира Мөнир ҡыҙы һәм ветерандар совете рәисе Нурия Ғабдулхаҡ ҡыҙы сығыш яһаны.
Байрам программаһына ауыл һәүәҫҡәрҙәре бай йөҡмәткеле концерт номерҙары әҙерләгәйне. Улар лайыҡлы хеҙмәт юлы үткән ветерандарыбыҙға шиғыр, йыр-бейеүҙәр бүләк итте. Килгән ҡунаҡтар иҫтәлекле хәтирәләре менән уртаҡлашып ҡына ҡалманылар, концертҡа йәм өҫтәп, үҙҙәренең күстәнәс – йыр, шиғырҙарын бүләк иттеләр. Сара күңелле сәй табыны менән тамамланды. Хөрмәтле ветерандарыбыҙ! Һеҙҙе тағы бер ихлас күңелдән Оло йәштәгеләр көнө менән ҡотлайбыҙ! Алдағы тормошоғоҙҙа ҡоростай сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр, оҙон, тыныс, мул, татыу тормош теләйбеҙ!