logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

Ләүәш байрамын күргәнегеҙ бармы?

Ләүәш байрамын күргәнегеҙ бармы? Ә бына Табылдылар был байрамды йыл да байрам итәләр. 13 сентябрь – көҙгө ләүәштәр һәм шарлоткалар көнө икән, шунан китте был көндө байрам итеү. Бына быйыл да Табылды апай, инәй, әбей, ҡыҙҙары был байрамға ентекле әҙерләнгән ине. Ләүәш, шарлотканың ниндәй төрлөһө генә юҡ! Барыһы ла тел йоторлоҡ тәмле!
Байрамда ҡатнашыусылар үҙ рецептары менән уртаҡлаштылар. Әлфирә Даутова һәм Земфира Байгузиналарҙың ләүәш биҙәү буйынса өйрәнеү дәресен ҡаранылар, йомаҡ, мәҡәл, әйтемдәр тыңлап, яуап таптылар. Байрамға әерләнелгән фотозонала теләгән кеше иҫтәлеккә фотоға төштө, төрлө уйын – бәйгелә ҡатнаштылар һәм иҫтәлеккә приздар менән бүләкләнделәр. Байрамдың иң тәмле өлөшө – тәмле ләүәш – шарлоткалар менән сәй эсеп, дуҫ иштәр менән аралашып, рәхмәттәр әйтеп таралышты халыҡ.