logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

Ҡомалаҡ байрамы үтте

27 сентября 2023

Беҙҙең ауылдың йыл дә үткәрелә торған, халыҡтың көтөп алған байрамдарының береһе булған -Ҡомалаҡ байрамы үтте. Был байрамды ни өсөн көтөп алалар?! Сөнки күмәкләп ҡомалаҡ йыйыу беренсенән,күңелле һәм еңелерәк! Икенсенән, күңел асып ҡына ҡалмайбыҙ, ҡышҡылыҡҡа запасланып та ҡалабыҙ.
Быйыл,ҡомалаҡ,айырыуса уңған,хуш еҫле булып өлгөргән.”Замана башҡа,заң башҡа” тигәндәй,замана менән бергә сүпрә эшләү,икмәк бешереү рецептары ла яңыра,кем ҡайҙа ниндәй яны рецепт тапҡан,уҡыған,эшләп ҡараған шулар менән бүлешеп,быйылғы йылда һуңғы матур көндәргә шатланып,ил- көнгә тыныслыҡ теләп,байрам сәйе эсеп,рәхмәттәр әйтеп таралышты халыҡ.Ошо запасланып ҡалған ҡомалаҡтан,аяҙ күк йөҙөндә,хәйерле табындарҙа ғына хуш еҫле икмәк бешереп ашарға яҙһын һәр кемгә!