Селек байрамы
Селек беҙгә, ауыл ерендә хужалыҡта бик ҙур ярҙамсы. Һуңғы йылдарҙа ошо ныҡлы селек һеперткеһен магазин һеперткеләре ҡыҫырыҡлап барһа ла,иң ышаныслы ярҙамсыбыҙ булып ҡала ул селек һеперткеһе!Ошо, хужалыҡта ныҡ ҙур ярҙамсыбыҙ булған селек һеперткеһенә дан йырлап,мәҙхиә уҡып ҡайттыҡ бөгөн!
Байрам тәбиғәттән, урман эйәһенән рөхсәт һорауҙан башланып китте. Селек байрамы Селекбикәһеҙ һәм Селекбайһыҙ буламы инде!? Әлбиттә,юҡ! Байрам виновниктар менән фотосессия ойошторғандан һуң “Кем күберәк селек йыя”, “Кем оҫта һепертке бәйләй” бәйгеларе башланды. Кемуҙарҙан йырлай-йырлай селек йыйып,йырлап-бейеп,уйнап-көлөп,селек бәйләү серҙәренә төшөнөп,алтын көҙҙөң алтын балаҫ түшәлгән яланында ултырып байрам сәйе эсеп, ҡышҡылыҡҡа һепертке менән запасланып рәхәтләнеп ял итеп ҡайтты халыҡ.Афариндар,ауылым халҡы! Шулай дәртегеҙҙе һүндермәй ,төшөнкөлөккә бирелмәй йәшәргә насип булһын!