logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

Беҙ иҫләйбеҙ…Беслан

6 сентября 2023

3 сентябрь – терроризмға ҡаршы көрәшкә теләктәшлек көнө уңайынан Кундрәк башланғыс мәктәбе уҡыусылары менән “Беҙ иҫләйбеҙ…Беслан” исемле тематик сәғәт үткәрелде. 2004 йылдың 1-3 сентябре көндәрендә Беслан ҡалаһының 1се мәктәбендә булып узған террорлыҡ акты кешелек дөньяһына ниндәй ҙур фәҗиғә, ҡайғы һәм хәсрәт килтереүе һәм Россия дәүләтенең һәрвакыт илдәр араһында тыныслыҡ һәм халыҡ именлеген һаҡлаусы ил булып ҡалыуы тураһында әңгәмә алып барылды һәм аҙағында документаль фильм күрһәтелде.