logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

Балаларҙы яҡлау көнөнә

3 июня 2024

1 июнь ауылыбыҙҙың иң бәләкәс балаларын, уҡыусыларын “Балаларҙы яҡлау көнөнә” арналған сараға саҡырҙыҡ.
Улар бик әүҙем уйындарҙа ҡатнаштылар. Халыҡ уйындарынан “Аҡ тирәк, күк тирәк”, “Йәшерәм яулыҡ”; спорт уйындарынан торған эстафеталар, музыкаль уйындар бик оҡшаны. Балалар рәхәтләнеп күңел астылар. Асфальтҡа һүрәт төшөрҙөләр.
Аҙаҡтан спонсорыбыҙ Айнур Халиков биргән приздарҙы алып шатландылар.