logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

Рамаҙан айын күрергә лә насыйп итте

10 апреля 2024

Аллаһы Тәғәлә иҫәнлек-һаулыҡ һәм ғүмер биргән бәндәләренә быйылғы Рамаҙан айын күрергә лә насыйп итте. Ҙур һөйөнөс менән, ҡулға-ҡул тотоношоп, изге Рамаҙан шәриф айында Аллаһтың әжер сауаптарына өмөт бағлап, ураҙалар тоттоҡ. Я раббым, ҡылған гөнаһтарыбыҙҙы ла ғәфү итһен инде. Тәнндәребеҙ, йәндәребеҙ таҙарып, донъяларыбыҙ иман нурҙарында ҡойондо. Әлхәмдилләһи шөкөр.
Һарайҫа ауылы мәсетендә матур байрам Ураҙа ғәйете уҙҙы. Имам хатиб Ильмир Хәбир улының байрам хөтбәһенән һуң, ауылдаштарын байрам менән “Йәмбикә” фольклор , “Әхирәттәр” халыҡ фольклор коллективтары ҡотланы. Ағинәйҙәр башҡарыуында мөнәжәт, нәсихәт, йыр – теләктәр яңғыраны, матур шиғырҙар уҡылды. Байрам ауылдың уңған хужабикәләре ихлас күңелдән әҙерләгән мул табын артында ихлас теләктәр, изге доғалар менән тамаланды.
Изге Байрам – Ураҙа Ғәйете мөбәрәк булһын!
Йорттарыбыҙға именлек,ҡот-бәрәкәт, яҡындарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға, туғандарыбыҙға ныҡлы сәләмәтлек, рух ныҡлығы теләйек. Рамаҙан айында ҡылған доғаларыбыҙ, теләктәребеҙ ҡабул булһын! Донъялар тыныс торһон! Илебеҙ, ғаиләләребеҙ имен булһын! Амин!