Ҡорбан байрамы
19 июня 2024
Исламда ике төп байрам бар: Ураҙа һәм Ҡорбан байрамы. Ҡорбан байрамы Зөлхизә айының унынсы көнөндә башлана һәм ҡорбан салғандан һуң тағы ике көн дауам итә. Аллағыуат ауылы мәсетендә,Ҡорбан ғәйете ҙур тантанаға әүерелде. Ғәйет намаҙынан һуң Әмир хәҙрәт вәғәздәр һөйләне, сүрәләр уҡылды, доғалар ҡылынды, хәйер саҙаҡа һалдылар.Байрам уңайынан мул табын әҙерләнде. Байрам табын әҙерләүсе апайҙарға, еңгәләргә килгән ҡунаҡтар ҙур рәхмәттәрен белдерҙе, үҙҙәрелә буш ҡул менән килмәнеләр, ауылдаштарға матур теләктәр әйтелде.
Ҡайҙа ғына барма – рухи күтәренкелек, шат йөҙҙәр, мосолмандар үҙҙәренең туғандарын, күрше-тирәһен, дуҫ-иштәрен ҡунаҡҡа саҡыра, фәҡирҙәр, ауырыуҙарҙың хәлен белеп, саҙаҡалар өләшә. Иншалла, атай-бабайҙарҙың, ололарҙың доғалары, теләктәре тормошҡа аша, хаҡ динебеҙ сәскә ата, ул тормошҡа көндән-көн нығыраҡ үтеп инә бара.
Ошо изге байрам көнөндә һәр берегеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, тыныслыҡ һәм барлыҡ изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем!
Ҡорбан ғәйете беҙҙе күңел сафлығына, милләт-ара татыулыҡҡа, ер йөҙөндә Аллаһ Тәғәләнең генә бәндәһе булып йәшәргә, насар ғәҙәттәрҙән арынырға, хеҙмәткә, ғибәҙәткә, ата-әсәләрҙе хөрмәт итергә, етем һәм фәҡирҙәргә ярҙам күрһәтергә, рәхимле үә шәфҡәтле булырға өйрәтә. Киләсәктә һәр берегеҙгә, туғандарығыҙға, яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек, тыныслыҡ һәм барлыҡ изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!