logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Районный Дом культуры»
муниципального района Стерлибашевский район
Республики Башкортостан

Бөгөн беҙҙә лә “Кәкүк сәйе” байрамы үтте

29 мая 2023

Кәкүк сәйе — йылдың уңышлы килеүен теләп, борон-борон замандан үткәрелә торған байрам йолаһы. Ул ғәҙәттә май айында үткәрелә.
Бөгөн беҙҙә лә “Кәкүк сәйе” байрамы үтте.
Сараны оло апай -ҡыҙҙарҙың һәм балаларҙың йылдың матур килеүен, ашлыҡ-бесәндең уңыуын, илгә ырыҫ ҡуныуын, халыҡҡа иман ҡайтыуын ,ямғыр яуыуын теләүҙән башланыҡ. Артабан «Кәкүк сәйе» йолаһының ҡайҙан килеп сыҡҡанлығы хаҡында һөйләнек. Урманда үҙебеҙҙе тотоу ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙөк. Байрам балалар менән йырҙар йырлап, бейеп, уйындар уйнап, шиғырҙар һөйләп, дауам иттек.
Уңған хужабикәләр әҙерләгән тамлекәстәр менән сәй эстек.
Байрам тамамланыуға табындан ҡалған ашамлыҡтарҙы, һөттө,бутҡаны теләктәр теләп ағас аҫтына ҡалдырҙыҡ.